Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Апрель 2018, 12:16

Башҡортостанда күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе беренсе класс уҡыусылары өсөн бүләктәр йыл һайын биреләсәк

3 апрелдә төбәк Хөкүмәте президиумының сираттағы ултырышында «Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында» законға үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы закон проекты раҫланды.

3 апрелдә төбәк Хөкүмәте президиумының сираттағы ултырышында «Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында» законға үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы закон проекты раҫланды.

«Документ күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе беренсе класс уҡыусыларына мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйылмаһын биреүҙе ҡануни рәүештә нығытыу маҡсатында әҙерләгән. Элек бының өсөн Хөкүмәткә мотлаҡ йыллыҡ норматив акттар ҡабул итеү талап ителһә, хәҙер был ташлама күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе беренсе класс уҡыусыларына даими биреләсәк», – тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостан мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Әлмирә Ғәниева.

Закон проекты тиҙ арала Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына ҡарауға индереләсәк.

2017 йылда Башҡортостанда күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе беренсе класс уҡыусыларына мәктәп кәрәк-яраҡтары һатып алыуға дәүләт ярҙамы 19,098 миллион һум тәшкил иткән. Өс йылда республикала был ярҙамды бөтәһе 24 мең самаһы беренсе класс уҡыусыһы алған.

Читайте нас: