Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2018, 14:44

Башҡортостанда ниндәй аҙыҡ-түлек нығыраҡ ҡыйбатланған һәм арзанайған – статистика

Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, бер аҙнала ҡарабойҙай ярмаһы нығыраҡ арзанайған – 2,1 процентҡа. Был ярманың килограмын республикала йәшәүселәр уртаса 34 һумға һатып ала.

Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, бер аҙнала ҡарабойҙай ярмаһы нығыраҡ арзанайған – 2,1 процентҡа. Был ярманың килограмын республикала йәшәүселәр уртаса 34 һумға һатып ала.

Шул уҡ ваҡыт эсендә шымартылған дөгө ярмаһы һәм он 1,1 һәм 1 процентҡа осһоҙланған – килограмы 49 килограмдан ашыу һәм 27 һум.

Арзанайған аҙыҡ-түлек исемлегенә аҡ май һәм көнбағыш майы, вермишель, сусҡа, һыйыр ите, һөт, шулай уҡ бойҙай ононан бешерелгән икмәк һәм ҡалас ингән. Был көн дә кәрәкле ризыҡтарға хаҡтарҙың аҙна эсендәге түбәнәйеүе 0,02-0,5 процентта баһалана.

Төбәктә иң ныҡ күтәрелгән аҙыҡ-түлек исемлеген аҡ күҫәнле кәбеҫтә етәкләй. Бер аҙна эсендә уның хаҡы 6,2 процентҡа артҡан һәм 19 һумдан ашып киткән.

Башҡортостан халҡы кишер һәм кәбеҫтәне 3,9 һәм 3,6 процентҡа ҡиммәтерәккә ала – килограмы яҡынса 28 һум һәм бер тиҫтәһе 51 һумдан ашыу.

Төбәктә ҡыйбатланған аҙыҡ-түлек теҙмәһенә шулай уҡ картуф, алма, тоҙ, башлы һуған, шәкәр, ҡара сәй, тары ярмаһы, тауыҡ, туңдырылған балыҡ һәм сырҙар ингән. Уларҙың уртаса хаҡы бер аҙнала 0,2-3,2 процентҡа күтәрелгән.

Башҡортостанда был ваҡыт эсендә һарыҡ итенә, шулай уҡ арыш һәм арыш менән бойҙай оно ҡатышмаһынан бешерелгән икмәккә генә хаҡтар үҙгәрешһеҙ ҡалған – килограмы уртаса 348 һәм 43 һум.

Читайте нас: