Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Баш
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2018, 14:36
«Бәлешфест» милли аш-һыу фестивале уҙасаҡ
«Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто булышлығында «Бәлешфест» милли аш-һыу фестивален ойоштора.
«Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто булышлығында «Бәлешфест» милли аш-һыу фестивален ойоштора. Фестивалде үткәреү урыны итеп республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы — Татар тарихи-мәҙәни үҙәге билдәләнгән. Сара быйыл 19 майҙа Бүздәк районында уҙа.
Фестивалдең маҡсаты — Башҡортостанда традицион милли аш-һыуҙы тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү; башҡорт һәм татар халыҡтарының милли ризығы бәлеште әҙерләү традицияларын һаҡлау һәм нығытыу; фестиваль ҡунаҡтарын халыҡтарҙың мәҙәниәте һәм йолалары менән таныштырыу; төрлө халыҡ вәкилдәрен берҙәм мәҙәни һәм рухи киңлеккә туплау; милли аш-һыу әҙерләү тәжрибәһен таратыу, экологик яҡтан таҙа ризыҡты, ҡунаҡсыллыҡ традицияларын пропагандалау.
Фестиваль барышында рус, башҡорт, татар, сыуаш, удмурт, үзбәк, немец, әрмән һәм башҡа халыҡтарҙың тематик өҫтәлдәре, ризыҡтарҙы тәмләп ҡарау ойошторола.
Бәлеш йәки ҙур бәлеште һарыҡ, һыйыр, ҡаҙ итенән, ҡаҙ-өйрәктең эс-ҡарынынан тары, дөгө йәки картуф ҡушып бешерәләр. Ҙур бәлеш борон-борондан тәмле ризыҡ ҡына түгел, ғаилә менән аралашыу мөмкинлеге тип һаналған.
«Башинформ» агентлығы
хәбәр иткәнсә
, «Бәлешфест» милли аш-һыу фестивале федераль грантҡа лайыҡ булды. Президент гранттары фонды уны уҙғарыу өсөн 471,8 мең һум бүлде.
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?