Әлшәй хәбәрҙәре
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2018, 16:48

1 апрелдән республика пенсионерҙары арттырылған күләмдә пенсия ала башлай

2018 йылдың 1 апреленән дәүләт пенсия тәьминәте буйынса, шул иҫәпән социаль пенсиялар 2,9% арттырыла. Республикала 101 мең пенсионер, шул иҫәптән социаль пенсия алған 93 мең пенсионер яңы күләмдәге пенсия ала башлай, тип хәбәр итә Рәсәй Пенсия фондының төбәк бүлексәһе.

Социаль пенсияны индексациялау менән бер үк ваҡытта саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт үткән хәрбиҙәрҙең һәм уларҙың ғаилә ағзаларының, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, радиация һәм техноген һәләкәттәрҙә зыян күргән кешеләрҙең һәм уларҙың ғаилә ағзаларының, осоу-һынау составы хеҙмәткәрҙәренең дәүләт пенсияһы, шулай уҡ күләме социаль пенсияларҙың артыуына бәйле булған башҡа түләүҙәр арта.

Республикала социаль пенсияның уртаса күләме арттырылғандан һуң – 9127 һум, инвалид балаларға һәм бала саҡтан I төркөм инвалидтарына 14297,31 һум тәшкил итә.

Башҡортостанда арттырылған түләүҙәрҙе финанслау өсөн өҫтәмә рәүештә айына 27 миллион һум талап ителә, төбәк финаслау менән тәьмин ителгән.

Читайте нас: