3-6 апрелдә Өфөлә табиптарҙан бушлай консультация һәм кәрәк булған осраҡта тейешле тикшереүҙәргә йүнәлтмәләр алырға мөмкин. Ҡунаҡтарға ВИЧ вирусына экспресс-тест үтеү, ҡандағы глюкоза һәм холестерин кимәлен билдәләү, электрокардиограмма яһатыу мөмкинлегее бирелә.
ВДНХ комплексындағы сәләмәтлек үҙәктәрендә терапевтар, педиатрҙар, стоматологтар, дауалау физкультураһы белгестәре, гастроэнтерологтар ҡабул итә. Шулай уҡ психологтар менән кәңәшләшергә була.
Бынан тыш, төрлө йүнәлештәге күсмә комплекстар эшләй: «Диагностика», «Ҡатын-ҡыҙ һаулығы», «Кардиомодуль», «Стоматология».
Шаршамбы, 4 апрелдә, иртәнге сәғәт 10-дан һәр кем үҙенең ВИЧ-статусын белә ала.
Шулай уҡ ҡыҙыҡлы һәм фәһемле лекциялар тыңлау, сирҙәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелгән акцияла ҡатнашыу, сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса эксперттар менән осрашыу мөмкинлеге бар.
Мәҫәлән, өс көн дауамында иртәнге 10-дан көндөҙгө 3-кә ҡәҙәр «Донор бул – ғүмер бүләк ит» акцияһы барышында ҡан бирергә була.
3 апрелдә иртәнге сәғәт 10-да «Гепатитҡа – юҡ!» акцияһы уҙа.