Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2018, 13:56

Рөстәм Хәмитов Кемероволағы фажиғәгә бәйле ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Кемерово ҡалаһындағы сауҙа-күңел асыу комплексында сыҡҡан янғында һәләк булғандарҙың ғаиләләренә, туғандарына һәм яҡындарына ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе.

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Кемерово ҡалаһындағы сауҙа-күңел асыу комплексында сыҡҡан янғында һәләк булғандарҙың ғаиләләренә, туғандарына һәм яҡындарына ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе.
Кемерово өлкәһе губернаторы Аман Тулеев исеменә ебәрелгән телеграммала былай тиелә:
«Башҡортостан Республикаһы һәм үҙемдең исемдән Кемерово ҡалаһындағы сауҙа-күңел асыу үҙәгендә сыҡҡан янғын һөҙөмтәһендә ҡот осҡос фажиғәгә бәйле ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. Һәләк булған кешеләр, айырыуса балалар тураһында хәбәр йөрәгебеҙҙе һыҙландырҙы
Беҙ ошо ҙур юғалтыуҙы дөйөм юғалтыу кеүек ҡабул итәбеҙ, Кемерово өлкәһендә йәшәгәндәр менән бергә ҡайғырабыҙ, туғандарын һәм яҡындарын юғалтҡандарҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, зыян күргәндәрҙең тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ».
Читайте нас: