Башҡортостан Мәғариф министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, конкурстың асыҡ этабын республиканың төрлө муниципалитеттарынан 141 уҡытыусы үтте. Үҙҙәренең һөнәри оҫталыҡтарын башланғыс класс, әҙәбиәт, математика, физика, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү, информатика, сит телдәр, биология, музыка һәм физик культура уҡытыусылары күрһәтә. Еңеүсе «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы» бөтә Рәсәй конкурсында сығыш яһаясаҡ.
«Башҡортостан Республикаһының йыл уҡытыусыһы» һөнәри конкурс 1991 йылдан алып йыл һайын уҙғарыла. Уны Башҡортостан Мәғариф министрлығы, Башҡортостандың Халыҡ мәғарифы һәм фәне хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюз комитеты, республиканың Мәғарифты үҫтереү институты ойоштора. «Башҡортостан Республикаһының йыл уҡытыусыһы» сиктәрендә «Башҡортостан Республикаһының йыл уҡытыусыһы», «Рус теле һәм әҙбиәтенең йыл уҡытыусыһы», «Татар теле һәм әҙәбиәтенең йыл уҡытыусыһы», «Йәш йыл уҡытыусыһы» конкурстары уҙғарыла.