Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы граждандарҙы Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һәм юҡҡа сығыу сигенә еткән умырзая сәскәләрен йыймаҫҡа, һатмаҫҡа һәм һатып алмаҫҡа саҡыра. Ошо хаҡта «Известия» гәзите хәбәр итә ведомствоға һылтанып.
Бер һабаҡ тәүсәскәгә килтерелгән зыян өсөн штраф 300 һум тәшкил итә.
Сәскәләр үҫкән бер гектар ерҙе юҡ иткән өсөн 450 һум күләмендә яза ҡаралған.
Хәлде насарайтҡан шарттарҙа: умырзая һатҡанда, һатып алғанда йәки икенсегә ебәргәндә – штраф өс тапҡырға арта. Тәүсәскәләрҙе законһыҙ һатыу кәсебе менән төбәк власть органдары көрәшәсәк.