Был ҡар ирегән һәм һауа температураһы бер күтәрелеп, бер төшкән осорҙа айырыуса боҙолоп барған юл япмаһын һаҡлау өсөн кәрәк, тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында.
Бынан тыш, йәйгеһен һауа температураһы +32 градустан юғары булған саҡта ауыр йөк ташыусы машиналарҙың хәрәкәте сикләнә (уларға бер аҙ һалҡын төшкәс төнгө 10-дан иртәнге 10-ға саҡлы хәрәкәт итеү рөхсәт ителә).