Донъялағы «Ер сәғәте» тигән иң ҙур экологик акцияны Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы һәм Мәскәү Хөкүмәте ярҙамында илдең Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды ойоштора. Ул планетаның киләсәгенә вайымлылыҡ билдәһенә барыһын да бер сәғәткә утты һәм көнкүреш электр приборҙарын һүндереп торорға өндәй.
Сара тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәттән һаҡсыл файҙаланыу мәсьәләләренә иғтибар итеү маҡсатында йыл һайын уҙғарыла. Акция көндәлек экологик мәҙәниәтте булдырыуға һәм тәбиғи ресурстарға ҡарата яуаплы мөнәсәбәт ҡиммәттәрен пропагандалауға йүнәлтелгән, тип билдәләне Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Сергей Донской.