Tvil.ru мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан шифаханаһы етенсе урында тора. Туристар Яҡтыкүл буйында йәйге ялды уртаса 10 төнгә бронләй һәм йәшәү өсөн тәүлегенә 3,7 мең һум түләй.
2018 йылда йәйгеһен ял итеү өсөн Рәсәйҙәге иң билдәле 10 курортҡа иртә брондәр һөҙөмтәһе буйынса Ставрополь крайында Кисловодск һәм Пятигорск, Ырымбур өлкәһендә Соль-Илецк, Ростов өлкәһендә Таганрог, Тверь өлкәһендә Селигер күле буйында Осташков, Калининград өлкәһендә Зеленоградск курорты, Башҡортостанда Яҡтыкүл, Иркутск өлкәһендә, Байкал буйында Листвянка, Карелияла Онегала Медвельегорск һәм Алтайҙа Катунь йылғаһы буйында Манжерок ингән.