Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2018, 13:46

Иң яҡшы күп фатирлы йорт билдәләнәсәк

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығында 15 апрелгә тиклем “Иң яҡшы күп фатирлы йорт” республика конкурсына документтар ҡабул ителә.

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығында 15 апрелгә тиклем “Иң яҡшы күп фатирлы йорт” республика конкурсына документтар ҡабул ителә.

Конкурста РФ Торлаҡ кодексына ярашлы идара итеү алымдарының береһе һайланған һәм бойомға ашырылған (идара итеүсе компания һайланған, торлаҡ хужалары ширҡәте ойошторолған йәки туранан-тура идара итеү ғәмәлгә ашырылған) һәм билдәле бер критерийҙарға тура килгән йорттар ҡатнаша ала. Еңеү яулаған һәр йорт 100 мең һум аҡсалата премия аласаҡ.

Конкурс тураһындағы положение – республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы сайтында.
Читайте нас: