Календарь буйынса яҙ башланыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда ҡыш сигенергә ашыҡмай. Аҙна аҙағында төбәктә ҡар, епшек ҡар яуыуы күҙаллана.
Синоптиктар фаразынса, йома, 16 мартта, республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Елдең секундына 17 метр тиҙлектә иҫеүе ихтимал.
Шәмбе, 17 мартта, һауа торошо боҙола: төндә күпселек райондарҙа ҡар, көндөҙ иһә епшек ҡар яуыуы көтөлә. Айырым урындарҙа боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары. Көндөҙгө сәғәттәрҙә температура 0,-5 градус тәшкил итә. Мәғлүмәт республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығынан алынды.