Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Март 2018, 13:26

Республикала ауыл хужалығы кооперативтарын ойоштороу буйынса әүҙем эш башланды – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостанда ауыл хужалығы кооперативтарын ойоштороу буйынса әүҙем эш башланды. Был турала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә барған Агросәнәғәт форумының пленар ултырышында белдерҙе.

Башҡортостанда ауыл хужалығы кооперативтарын ойоштороу буйынса әүҙем эш башланды. Был турала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә барған Агросәнәғәт форумының пленар ултырышында белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, әле бөтөн донъяла үҫешкән кооперация агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙә мөһим роль уйнарға тейеш.

— Бөгөн Башҡортостан Республикаһында был теманы әүҙем хуплайбыҙ, кооперативтарға ойошторолорға, уларға ҡорамал һатып алырға ярҙам итәбеҙ. Асылда иһә, ярайһы уҡ ресурстар бүләбеҙ – иҫәп йөҙләгән миллион һумға бара, – тине Рөстәм Хәмитов. – 2018 йылда һөт, ит, йөн, емеш-еләк эшкәртеү өсөн ҡорамалдар һатып алынасаҡ. Ауылда кешеләр үҙ-үҙҙәрен эш менән тәьмин итәсәк.

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, Башҡортостан өсөн кооперация үҫеше айырыуса көнүҙәк.

— Беҙҙә халыҡтың 38 проценты ауыл ерендә йәшәй. Хеҙмәт етештереүсәнлеге артыу, эшсе ҡулдар бушау сәбәпле уларҙы эшмәкәрлеккә йәлеп итергә кәрәк. Үҙҙәрен туйындырыу һәм эш хаҡы өсөн күп кенә ошондай бушаған кешеләр төньяҡҡа, вахтаға китеүе сер түгел. Беҙгә граждандарыбыҙҙы үҙебеҙҙә ҡалдырырға кәрәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең был юҫыҡта яҡшы ғына һөҙөмтәләр бар, һәйбәт әүҙемлек бара. Башҡортостан Республикаһында 54 муниципаль берәмек, туғыҙ ҡала округы. Бөтә ерҙә тиерлек ауыл хужалығы кооперативтарын ойоштороу буйынса әүҙем эш башланды.

Читайте нас: