Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Март 2018, 13:34

Районда күп фатирлы йорттар төҙөкләндерелә

Күп фатирлы йорт хужаларының дөйөм йорт мөлкәтен тәртиптә тотоу йәһәтенән проблемалары етерлек. Уларға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге үҙгәрештәрҙең асылына төшөнөргә, капиталь ремонт системаһы менән танышырға тура килә.

Күп фатирлы йорт хужаларының дөйөм йорт мөлкәтен тәртиптә тотоу йәһәтенән проблемалары етерлек. Уларға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге үҙгәрештәрҙең асылына төшөнөргә, капиталь ремонт системаһы менән танышырға тура килә. Ҡайһы ваҡыт түләүҙәрҙе ваҡытында түләмәгән вайымһыҙ күрше арҡаһында бөтә йортта йәшәүселәр зыян күрә. Идарасы компаниялар менән дә бәхәсле мәлдәр килеп сыға. Күптән түгел Раевка ауыл биләмәһе хакимиәтендә үткән сираттағы йыйылышта күп фатирлы йорт советтары рәйестәре ошо һәм башҡа мөһим мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
Район хакимиәтенең муниципаль торлаҡ инспекторы В. П. Афанасьева капиталь ремонт буйынса халыҡтың бурысы артыуы тураһында мәғлүмәт еткерҙе.

Билдәле булыуынса, күп фатирлы йорттарҙың дөйөм милкен капиталь ремонтлау республика программаһына районда 107 йорт индерелгән. Былтыр торлаҡты ремонтлау өсөн 5 млн 810 мең һум аҡса бүленде, шуның 5 млн 200 меңе (90 процент) түләнде. Бурыс 610 мең һум тәшкил итте. Ошоға бәйле, төбәк операторы бурыслы кешеләргә дәғүә белдереп, судҡа мөрәжәғәт итте. Бөтәһе 106 дәғүә ғаризаһы әҙерләнде, 49-ы – судҡа тапшырылған. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, капиталь ремонт өсөн тулыһынса түләп бөтмәгән осраҡта йорт программаға иң аҙаҡтан индереләсәк.

Былтыр 5 млн һумдан ашыу аҡсаға алты күп фатирлы йорт ремонтланды. Быйыл 6 млн һумға Ким, Тавричанка, Раевка (Киров урамы, 96 б) ауылдарында күп ҡатлы йорттарҙың түбәләрен капиталь ремонтлау һәм район үҙәгенең Дуҫлыҡ урамындағы 40 а йорттоң алғы яғын ремонтлау планлаштырыла.

Быға тиклем хәбәр итеүебеҙсә, былтыр Раевка ауылында “Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу” киң күләмле федераль проекты старт алды, уның һөҙөмтәһендә күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең ихаталарҙы ла тәртипкә килтереү мөмкинлеге барлыҡҡа килде.

Йорттарҙа йәшәүселәр менән дөйөм йыйылыштар уҙҙы, унда улар программа шарттары менән танышты. Уларҙың күбеһе финанс ярҙамы күрһәтеүҙә, йәғни бөтә эштәр хаҡының 5 процентын үҙҙәре йыйып бирергә әҙер булыуын белдерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, район үҙәгендә алты ихата – 14 күп фатирлы йорт территориялары, шулай уҡ йәмәғәт территориялары – Совет майҙаны һәм йәйәүлеләр зоналары төҙөкләндереләсәк.

Раевка ауыл Советының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса I категориялы инспекторы М. М. Әхмәтшин йыйылыусыларҙы проектты бойомға ашырыу буйынса комплекслы эштәр исемлеге һәм яҡынса взнос суммаһы менән таныштырҙы. Ул, бөгөн бөтә ихата һәм йәмәғәт территориялары буйынса эштәр һәм хеҙмәттәрҙең смета хаҡы билдәләүҙең дөрөҫлөгөн тикшереү дауам итә, шулай уҡ дизайн-проекттарҙы раҫлау бара, тип билдәләне. Дәүләт экспертизаһы үткәндән һуң төҙөлөш эштәрен башҡарыу һәм конкурс нигеҙендә хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн подряд ойошмаһын һайлау буйынса аукциондар уҙасаҡ. Һәм планға ярашлы, йәй башында уҡ территорияларҙы төҙөкләндереүгә тотонорға кәрәк буласаҡ.

Сарала ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ видеосюжеттар күрһәтеп, “Иң яҡшы күп фатирлы йорт” республика программаһы менән дә таныштырҙылар.

Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.
Читайте нас: