Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Март 2018, 13:22

Башҡорт радиоһы дикторы, «Башҡортостандың алтын тауышы» Әхәт Мортазин арабыҙҙан китте

Башҡортостан мәҙәниәте ҙур юғалтыу кисерҙе. Кисә Өфөлә Башҡортостан радиоһының күренекле алып барыусыһы, «Башҡортостандың алтын тауышы», республиканың халыҡ артисы Әхәт Мортазин бик иртә арабыҙҙан китте.

Башҡортостан мәҙәниәте ҙур юғалтыу кисерҙе. Кисә Өфөлә Башҡортостан радиоһының күренекле алып барыусыһы, «Башҡортостандың алтын тауышы», республиканың халыҡ артисы Әхәт Мортазин бик иртә арабыҙҙан китеп барҙы. Уға 59 йәш ине. Үткән көндө ул эштә – «Юлдаш» радиоһында үткәрҙе, яңылыҡтар уҡыны.

Әхәт Мотаһар улы Мортазин 1959 йылда Учалы районында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһында башлай һәм ғүмер буйы шунда эшләй. Тыңлаусылар уның матур, бәрхәт тауышын яңылыҡтар, көнүҙәк репортаждар буйынса белде, ул күп кенә ваҡиға урындарынан, байрамдарҙан, хөкүмәт сараларынан һәм концерттарҙан тура эфир алып барҙы.

Хәләл ефете, «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы генераль директоры урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева менән ике бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Һөнәрҙәштәренә ул өйрәтеп ебәрергә, кәңәш менән ярҙам итергә һәм тәжрибә уртаҡлашырға һәр саҡ әҙер булған уҡымышлы, изге күңелле өлкән дуҫ булараҡ хәтерҙә ҡалды.

«Башинформ» агентлығы коллегабыҙҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Читайте нас: