Әлшәй хәбәрҙәре
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Март 2018, 02:00

Республикала Байыҡ Айҙар исемендәге сәсәндәр бәйгеһе уҙғарыла

1 марттан 1 июнгә тиклем Башҡортостанда Байыҡ Айҙар сәсән исемендәге республика сәсәндәр бәйгеһе ойошторола.

1 марттан 1 июнгә тиклем Башҡортостанда Байыҡ Айҙар сәсән исемендәге республика сәсәндәр бәйгеһе ойошторола. Фестивалдә сәсәндәр – героик эпос башҡарыусылар һәм халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадының башҡа жанрында (эпос, ҡобайырҙар, иртәктәр, бәйеттәр, йырҙар) ижад итеүселәр ҡатнаша ала. Башҡарыусыларҙың йәше сикләнмәй.

Конкурс «Байыҡ Айҙар сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһе-2018» төркөмөндә ике этапта уҙа. Тәүгеһендә ҡатнашыусылар бирелгән тема буйынса үҙҙәре яҙған әҫәрҙәрен тәҡдим итә.

Ҡатнашыусыларҙы ғалимдар, яҙыусылар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, халыҡ ижады белгестәре ингән жюри баһалай. Иң күп тауыш йыйған ҡатнашыусылар икенсе этапҡа үтә.

Конкурсҡа атай-олатайҙарҙарҙан ҡалған әҫәрҙәр ҙә ҡабул ителә. Был эштәр айырым номинацияла бүләкләнә.

Иң ҡыҙыҡлы һәм актуаль эштәр «Шоңҡар» журналы биттәрендә донъя күрә.

12 июндә Башҡортостан Башлығы грантын алған «Торатау итәгендә Урал моңо» халыҡ-ара төрки йәштәренең музыкаль ижады конкурс-фестивале барышында еңеүселәрҙе бүләкләү ҡаралған.

Байыҡ сәсән (1710-1814) — күренекле башҡорт сәсәне, шағир-импровизатор, ҡобайырҙар авторы.

Ойоштороусылар: Республика халыҡ ижады үҙәге, «Шоңҡар» журналы, Башҡортостандың Сәсәндәр үҙәге.

Читайте нас в