Күптән түгел генә тармаҡта ҙур предприятие һаналған М. Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы бөлгөнлөк процедураһы барышында кредиторға — Россельхозбанкка күсеүе ихтимал, тип хәбәр итте Ауыл хужалығы министрлығындағы матбуғат конференцияһында ведомство башлығы һәм хөкүмәт вице-премьеры Илшат Фәзрахманов.
«Ике юл бар. Йә «Россельхозбанк» предприятиеға үҙе идара итергә тейеш, йә булмаһа ғәмәлдәге милекселәр ҡошсолоҡ комплексын һата йәки ҡуртымға бирә. Техник яҡтан ул яҡшы торошта, өлөшләтә консервацияланған, — тип министрҙың һүҙҙәрен килтерә «Интерфакс». — Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы проблемаларының сәбәптәре — уның бурысы күп булыуҙа һәм дөрөҫ булмаған технологик ҡарарҙар ҡабул итеүҙә».