Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2018, 16:04

2018 йылда республикала «Башҡортостан лидерҙары» конкурсы үткәрелә – Рөстәм Хәмитов

Төбәк башлығы республика Хөкүмәтенә йәш уңышлы идарасылар араһында «Башҡортостан лидерҙары» конкурсын әҙерләргә һәм уҙғарырға йөкләмә бирҙе.

Төбәк башлығы республика Хөкүмәтенә йәш уңышлы идарасылар араһында «Башҡортостан лидерҙары» конкурсын әҙерләргә һәм уҙғарырға йөкләмә бирҙе. Был хаҡта Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Иҡтисад үҫеш министрлығы коллегияһының Благовещен ҡалаһында үткән күсмә ултырышында хәбәр итте.

«Яңыраҡ «Рәсәй лидерҙары» бөтә Рәсәй конкурсы тамамланды. Мин республикабыҙҙа «Башҡортостан лидерҙары» проектын бойомға ашырырға, һәләтле, компетентлы йәш идарасыларҙы асыҡларға һәм уларға ярҙам итергә ҡуштым, – тине Башҡортостан Башлығы. – Әле ошо йәһәттән документтар әҙерләнә. Быйыл ошондай конкурс уҙғарырбыҙ тип уйлайым».

Өҫтәүенә, республика етәксеһе һүҙҙәренсә, Мәғариф министрлығы һәм Хөкүмәт йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге алымдарҙы яңынан ҡарап сығырға һәм өмөтлө егет-ҡыҙҙарҙы Башҡортостанда ҡалдырырға булышлыҡ итергә – юғары уҡыу йорттарын нығытырға, заманса эш урындары булдырырға, мотивация системаһын төҙөргә тейеш.

Читайте нас: