Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март 2018, 11:37

Байрам көндәрендә пенсия нисек таратыла?

Пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе таратыу ваҡыты февраль айындағы квитанцияларҙа яҙылған

8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн байрам итеү менән бәйле «Рәсәй почтаһы» хеҙмәткәрҙәре байрам һәм ял көндәре өсөн пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе 5,6,7,9 һәм 10 мартта тарата, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Пенсия фонды бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә. Пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе таратыу ваҡыты ағымдағы йылдың февраль айындағы квитанцияларҙа яҙылған.

12 марттан пенсия раҫланған графикка ярашлы таратыла. Кредит ойошмаларға аҡса килешеү менән билдәләнгән срокта, 2018 йылдың 12 мартынан башлап, күсерелә.

Алдан «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда пенсионерҙарҙың уртаса страховка пенсия күләме уҙған йыл аҙағына 12 714 һумға етте. 2017 йыл башында был күрһәткес республикала 12 080 һумға тиң ине.

Шул уҡ ваҡытта ҡартлыҡ буйынса уртаса пенсия күләме дөйөм бер йылда 13 109 һум тәшкил иткән. Инвалидлыҡ буйынса – 8 334 һум, ҡараусыны юғалтыу буйынса – 8 720 һум.

Йыл башы менән сағыштырғанда төбәктә пенсионерҙар һаны яҡынса 12 меңгә артҡан һәм уҙған йылдың декабрь аҙағына 1,176 миллион кешенән уҙып киткән.

Читайте нас: