Өфөләге «Урал» галереяһында сәсәниә Асия Ғәйнуллина һәм уның уҡыусыларының милли биҙәүестәр күргәҙмәһе асылды. Экспозицияла башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме — селтәр, һаҡал, ҡашмау ҡуйылған.
Күргәҙмә барышында Архангел, Әлшәй, Мәләүез һәм Ҡырмыҫҡалы райондарынан 20-нән ашыу ҡул эше оҫталары ҡатнашлығында биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙҙы.
Асия Ғәйнуллина — халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, Башҡортостан башлығы гранты эйәһе, тип билдәләнеләр Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында. Ул үҙенең сәсәндәр мәктәбе асҡан һәм ҙур мәғрифәтселек эшен алып бара.