Башҡортостанда яҙ башынан алып үҙгәреүсән һауа торошо күҙәтелә. 1 мартта төбәктә 30-градус һыуыҡ булды, өс көн үткәс республикаға ҡар бурандары килде, термометр билдәһе -10 градусҡа тиклем төштө.
«Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, республикаға ысын яҙ 20 марттан һуң килә. Нәҡ шунда һауа температураһы плюс билдәһе менән буласаҡ.
Атап әйткәндә, 20 мартта һауа температураһы +2 градусҡа тиклем йылыта, бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә. Ошондай уҡ һауа торошо яҡынса март аҙағынаса һаҡланасаҡ. Апрель башында март менән сағыштырғанда әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй.