Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2018, 11:45

Башҡорт ғаиләһе көнөндә бөтә республиканан иң яҡшы ғаиләләрҙе бүләкләнеләр

Өфөлә «Ғаилә – тел һаҡсыһы» фестиваленең гала-концерты үтте. Сара Башҡортостан Республикаһында Ғаилә йылына арналған «Етегән – ғаилә, мәхәббәт һәм тоғролоҡ символы» республика башҡорт байрамы сиктәрендә булды.

Өфөлә «Ғаилә – тел һаҡсыһы» фестиваленең гала-концерты үтте. Сара Башҡортостан Республикаһында Ғаилә йылына арналған «Етегән – ғаилә, мәхәббәт һәм тоғролоҡ символы» республика башҡорт байрамы сиктәрендә булды. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында гала-концертта конкурсҡа йомғаҡ яһанылар һәм бөтә республиканан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән 10 иң яҡшы ғаиләне бүләкләнеләр.

Байрамда ҡатнашыусыларҙы Рөстәм Хәмитов ҡотланы. Сәләмләү телеграммаһында республика башлығы: туған телде, йолаларҙы, тарихи хәтерҙе һаҡлауҙа, ысын илһөйәрҙәр, рухи яҡтан бай кешеләр тәрбиәләүҙә ғаиләнең роле баһалап бөткөһөҙ, тип билдәләне.

Конкурс финалына сыҡҡан һәр ғаилә үҙ һәләттәрен күрһәтте һәм төрлө номинацияларҙа дипломдар һәм бүләктәр менән наградланды. Бүләктәрҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре тапшырҙы. Байрамда башҡорт эстрадаһының күренекле артистары, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актерҙары сығыш яһаны.

Байрам 2016 йылдан яҙҙың тәүге көнөндә уҙғарыла. Конкурсты ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Халыҡтар ассамблеяһы, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәләре союзының Стәрлетамаҡ бүлексәһе, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы, «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы.

Читайте нас: