Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Февраль 2018, 22:10

2018 йылда республикала 2000 ҡатын-ҡыҙ бушлай ЭКО яһата ала

2018 йылда Башҡортостанда 2000 ҡатын-ҡыҙ бушлай ЭКО яһата ала. Былтыр республикала 6 мең самаһы экстракорпораль аталандырыу процедураһы эшләнгән, уларҙың 1500 самаһы мотлаҡ медицина страховкаһы иҫәбенә, йәғни бушлай. Был 2016 йылға ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк, тип хәбәр итте Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлы Әнүәр Бакиров.

Ведомство башлығы һүҙҙәренсә, 2017 йылда ошо процедураға йышыраҡ 30-35 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар мөрәжәғәт иткән. Нигеҙҙә, икенсел түлһеҙлек менән. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында түлһеҙлек сәбәптәре яҡынса бер тигеҙ.

Әнүәр Бакиров әсәлектең «ҡартайыу» процесы күҙәтелеүенә иғтибар итте. Аборттар хаҡында һөйләгәндә, һуңғы биш йылда уларҙың һаны 26% кәмегән, шул иҫәптән социаль күрһәткестәр буйынса, йәғни күпселек гүзәл зат ҡатын-ҡыҙ консультацияларында психологтар менән һөйләшкәндән һуң йөклөлөгөн өҙмәҫкә ҡарар иткән, тип билдәләне министр.

"Башинформ".

Читайте нас: