Әлегә тиклем, лотерея буйынса отош аҡсаһын алыу өсөн паспортты күрһәтеү мотлаҡ булһа, хәҙер 15 мең һумға тиклем булған отош суммаһын документһыҙ ҙа алырға мөмкин. Бынан тыш, билетты һатыусы оператор һатып алыусының паспортын талап итеүе ихтимал. Лотерея билеттары 18 йәше тулғандарға ғына һатыла.