Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2018, 12:20

Өфөлә ата-әсәләр бушлай бала ҡараусы хеҙмәте менән файҙалана ала

Башҡортостандың баш ҡалаһында аҙнаһына ике тапҡыр бала ҡараусы сабый менән бушлай ултырып тора ала. Бындай хеҙмәт төрөн балаһы өс йәштән өлкән булмаған атайҙарға һәм әсәйҙәргә күрһәтәләр.

Башҡортостандың баш ҡалаһында аҙнаһына ике тапҡыр бала ҡараусы сабый менән бушлай ултырып тора ала. Бындай хеҙмәт төрөн балаһы өс йәштән өлкән булмаған атайҙарға һәм әсәйҙәргә күрһәтәләр.

«Известия» гәзите мәғлүмәттәре буйынса, барыһы ла ата-әсәләрҙең ғаризаһы буйынса рәсми рәүештә эшләнә. Был документты ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү бүлеге аша бирергә кәрәк.

Бала ҡараусы сабыйҙы кәмендә 165 минут (2,5 сәғәттән күберәк) ҡарап тора. Иң күбе – 195 минут (3,5 сәғәткә яҡын). Бала ҡараусы социаль хеҙмәтләндереү ойошмаһынан килә.

Читайте нас: