Әлшәй хәбәрҙәре
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2018, 21:52

Был аҙнала республикала һауа торошо боҙола

Был аҙнала Башҡортостанда һауа торошо боҙола, тип хәбәр итә республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы.

Был аҙнала Башҡортостанда һауа торошо боҙола, тип хәбәр итә республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы.
Контраст атмосфера фронттары зонаһында 27 февралдә тәүлек буйына һауа шарттарының тотороҡһоҙ булыуы көтөлә. Республиканың күпселек райондарында ҡар, урыны менән көслө ҡар яуыуы күҙаллана. Айырым райондарҙа елдең секундына 17 метр тиҙлектә иҫеүе, буран сығыуы, еңелсә боҙлауыҡ, юлдарҙа ҡар һырынтылары булыуы мөмкин. Ваҡыты менән күреү мөмкинлеге 500 метрға тиклем кәмей. Республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температураһы төнгө сәғәттәрҙә -6,-11, төньяҡта -17 градусҡаса, көндөҙ -2,-7, кискә -10, -15 градусҡа тиклем.
28 февралдә һәм 1 мартта температура төндә -21, -26, урыны менән -32 градусҡа тиклем түбәнәйә, көндөҙ -9,-14, урыны менән -19 градусҡа тиклем.
Читайте нас в