Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2018, 21:54

Башҡортостанда республиканың иң яҡшы тауарҙары конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда 1 апрелгә тиклем «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» конкурсының төбәк этабы булған «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. Унда, ғәҙәттәгесә, биш номинация ҡаралған: сәнәғәт, аҙыҡ-түлек тауарҙары, хеҙмәтттәр, продукция һәм етештереү техник йыһазландырыу хеҙмәттәре.

Шулай уҡ конкурста сифат буйынса иң яҡшы менеджер һәм сифат менеджментының иң яҡшы системаһы билдәләнә.
«Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсын ойоштороусылар — Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы, Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы, «Башҡортостан Республикаһында стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге» федераль дәүләт учреждениеһы, Бөтә Рәсәй сифат ойошмаһы һәм Сифат мәсьәләләре академияһының төбәк бүлексәләре, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты. Үткәреү датаһы апрель-май айҙарына билдәләнгән.
Читайте нас: