«Ҡыҙыу элемтә республика халҡының хоҡуҡи белемен камиллаштырыу өсөн ойошторолған
«Хоҡуҡтарыңды бел, ҡулланыусы!» акцияһы барышында эшләй, — тип хәбәр итте Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Нина Никандрова. — Барыһын да акцияла әүҙем ҡатнашырға һәм ҡулланыусылар булараҡ хоҡуҡи белемдәрен арттырырға саҡырабыҙ. Компетентлы белгестәр бушлай консультация ярҙамы һәм килеп тыуған бәхәсле мәсьәләләрҙе хәл итергә әҙер».