Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2018, 12:27

Башҡортостанда уртаса пенсия күләмен атанылар

Башҡортостанда уҙған йыл аҙағында пенсионерҙарҙың уртаса страховка пенсияһы 12 714 һумға етте. 2017 йылдың башында был күрһәткес республикала 12 080 һумға тиң ине, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Башҡортостанда уҙған йыл аҙағында пенсионерҙарҙың уртаса страховка пенсияһы 12 714 һумға етте. 2017 йылдың башында был күрһәткес республикала 12 080 һумға тиң ине, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.
Шул уҡ ваҡытта ҡартлыҡ буйынса уртаса пенсия күләме бер йылда 13 109 һум тәшкил иткән. Инвалидлыҡ буйынса – 8 334 һум, ҡараусыны юғалтыу осрағы буйынса – 8 720 һум.
Дәүләт пенсия тәьминәте буйынса пенсия алғандарҙың уның уртаса суммаһы 2017 йыл аҙағында 9 068 һумға етте.
Статистика хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, йыл башы менән сағыштырғанда төбәктә пенсионерҙар һаны яҡынса 12 меңгә артҡан һәм уҙған йылдың декабрь аҙағына 1,176 миллион кешенән уҙып киткән.
Читайте нас: