Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль 2018, 19:20

Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән яугирҙәрҙе иҫкә алдылар

Бөгөн, 15 февралдә, Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән рәсәйҙәрҙе иҫкә алыу көнө билдәләнә.

Бөгөн, 15 февралдә, Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән рәсәйҙәрҙе иҫкә алыу көнө билдәләнә. Иҫтәлекле дата 2011 йылда «Рәсәйҙең иҫтәлекле даталары һәм хәрби дан көндәре тураһында» Федераль закон менән нығытылған.
Дата 1989 йылда совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға арналған. 1979-1989 йылдарҙа ошо илдәге хәрби хәрәкәттәрҙә 15 мең самаһы совет һалдаты башын һалды. 2011 йылға тиклем 15 февраль яугир-интернационалистар көнө булараҡ билдәләнде, ләкин рәсми статусы юҡ ине, тип хәбәр итә ТАСС.
Яңы дата Рәсәйҙең сит илдәрҙәге хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡанда Тыуған илгә тоғролоҡ һәм фиҙакәрлек күрһәткән барлыҡ граждандарын иҫкә алыу көнө булараҡ булдырылған.

Читайте нас: