Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Баш
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Февраль 2018, 19:08
Мәскәү өлкәһендә Ан-148 самолетының ни сәбәпле һәләкәткә осрауы асыҡланды
Мәскәү өлкәһендәге авиаһәләкәткә тиҙлек датчиктарының туңыуы сәбәпсе булыуы ихтимал. Тап улар «Һарытау һауа юлдары»ның Ан-148 пилоттарына яңылыш йүнәлеш биргән, ахыры, тип хәбәр ителә Дәүләт-ара авиация комитетының рәсми сайтында.
Мәскәү өлкәһендәге авиаһәләкәткә тиҙлек датчиктарының туңыуы сәбәпсе булыуы ихтимал. Тап улар «Һарытау һауа юлдары»ның Ан-148 пилоттарына яңылыш йүнәлеш биргән, ахыры, тип хәбәр ителә Дәүләт-ара авиация комитетының рәсми сайтында.
Комитет мәғлүмәттәре буйынса, тәүге «ҡара йәшник»те тикшергәндән һуң, осош алдынан һауа судноһының тиҙлеген билдәләү өсөн ҡоролманың ҡабыныуы, ә алты минуттан һуң Ан-148 самолетының ергә ҡолауы асыҡланған.
Белгестәр хәбәр итеүенсә, экипаждың проблемалары һауаға күтәрелеп, 2,5 минут үткәс тә башлана. 150 метр бейеклектә автопилот ҡабыҙыла. Һауа судноһы 1300 метрға күтәрелгәс һәм сәғәтенә 470 саҡрым тиҙлектә оса башлағас, бортта «хәүефле хәл» башлана.
«Ан-148 самолетындағы яҙмаларҙа тиҙлек датчиктары күрһәткестәре араһындағы айырмалыҡтар теркәлгән. Тағы 30 секундтан һуң айырмалыҡтар яҡынса сәғәтенә 30 саҡрымға еткән. Шунан һуң экипажға бер тапҡыр бирелә торған команда барлыҡҡа килгән. 2000 метр самаһы бейеклектә команда ҡабатланған, был юлы датчиктар араһында айырмалыҡтар артҡан. Экипаж икенсе команданан һуң автопилотты һүндергән. Артабан осошҡа ҡул менән идара итеү башланған. Тиҙлек күрһәткестәре ныҡ айырыла: һауа параметрҙарының бер модулендә — сәғәтенә 0 саҡрым, икенсеһендә сәғәтенә 540-560 саҡрым билдәләнгән. Ошонан һуң һуңғыһының тиҙлек күрһәткестәре ҡапыл төшкән (сәғәтенә 200 саҡрымға тиклем һәм түбәнерәк). Ергә ҡолар алдынан модулдәрҙең береһенең күрһәткесе — 0 кимәлендә, икенсеһенең сәғәтенә 800 саҡрым ҡалған», — тип хәбәр итә ТАСС, Дәүләт-ара авиация комитетының эксперттар төркөмөнә һылтанып.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йәкшәмбе, 11 февралдә, «Һарытау һауа юлдары»ның Мәскәүҙән Орск ҡалаһына юлланған Ан-148 самолеты һәләкәткә осраны. 71 кеше — 65 пассажир һәм 6 экипаж ағзаһының ғүмере өҙөлдө. Улар араһында ике
яҡташыбыҙ
ҙа
бар
.
http://www.bashinform.ru/news/1116648-nazvana-veroyatnaya-prichina-krusheniya-v-podmoskove-an-148-gde-pogibli-dva-urozhentsa-bashkirii/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?