Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Февраль 2018, 12:41

Февраль һәм март айҙарында байрам көндәре

23 февралдә өс, 8 мартта иһә дүрт көн рәттән ял итәбеҙ. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ярашлы, 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө һәм 8 март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө байрам көндәре булып тора.

23 февралдә - өс, 8 мартта иһә дүрт көн рәттән ял итәбеҙ. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ярашлы, 23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө һәм 8 март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө байрам көндәре булып тора.
Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 6 ғинуарҙағы ял көнө йома — 9 мартҡа күсерелде. 22 февралдә һәм 7 мартта эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
Шулай итеп, 23, 24, 25 февраль һәм 8, 9, 10, 11 март — ял көндәре.
Йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә 23 февраль һәм 8 марттағы байрам көнө отпускының календарь көндәренә индерелмәй.
Читайте нас: