Кисә Ырымбур өлкәһе губернаторы Юрий Берг менән телефон аша һөйләшкәндә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Домодедов – Орск» рейсын башҡарған Ан-148 самолеты авиафажиғәһендә һәләк булғандарҙың туғандарына һәм яҡындарына ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе. Был турала республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә «Һарытау авиалиниялары»ның Ан-148 самолеты Домодедов аэропортынан осҡандан һуң бер нисә минуттан Мәскәү өлкәһенең Раменск районында һәләкәткә осрай. Лайнер Мәскәүҙән Орскиға осҡан булған. Самолетта булғандарҙың береһе лә иҫән ҡалмаған. Тәғәйенләнеш пункты Башҡортостан менән йәнәш булыуға күрә бортта республика кешеләренең барлығы асыҡлана.