Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2018, 12:15

Мал салыу буйынса модуль цехтар булдырғанда дәүләт ярҙамы ҡарала

Башҡортостанда мал салыу пункттары төҙөлөшөн әүҙемләштереү йәки хужалыҡ итеүсе бөтә субъекттарға, шул иҫәптән шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға мал салыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн модуль цехтар булдырыу маҡсатында заманса ҡорамалдар һатып алыуға субсидиялар бүлеү ҡаралған.

Республиканың “2014-2020 йылдарға ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймалы һәм аҙыҡ-түлек баҙарҙарын көйләү” дәүләт программаһы средстволары иҫәбенә мал салыу өсөн әҙер модуль цехтар йәки ҡорамалдар һатып алыу менән бәйле сығымдарҙың 40 процентҡа тиклемен ҡайтарыу күҙ уңында тотола.
Бөтә һорауҙар менән район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенә баш иҡтисадсы Н. Р. Хисамоваға мөрәжәғәт итергә. Тел. 3-14-39.
Читайте нас: