Ошо көндәрҙә «Йәшлек» республика йәштәр гәзите 95 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Республикалағы төп баҫмаларҙың береһе тәү сиратта әүҙем һәм ҡыҙыҡһыныусан йәштәргә тәғәйенләнһә лә, олоһо ла, кесеһе лә гәзитте яратып уҡый. Әле «Йәшлек» башҡорт баҫмалары араһында матбуғатҡа яҙылыу буйынса тәүге урынды биләй, уның тиражы — 10 300 данаға яҡын.
«Быйыл беҙ байрам сараларын үткәрергә йыйынмайбыҙ, 100 йыллыҡ юбилейға әҙерләнә башланыҡ, — тип хәбәр итте гәзиттең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков. — Юбилей датаһына яҙылыусылар араһында төрлө конкурстар ойошторорға, һуңынан еңеүселәрҙе дуҫ коллективыбыҙ менән ҡотларға теләйбеҙ».
«Йәшлек» гәзите йәштәр араһында бик популяр, киң мәғлүмәт саралары конкурстарында призлы урындар яулай, был иһә йәш журналистарҙың һәм дизайнерҙарҙың профессиональ кимәле юғары булыуы хаҡында һөйләй, интернеттағы аудиторияны әүҙем үҙләштерә. «Йәшлек» йәштәр интернет-порталы, социаль селтәрҙәге төркөмдәр уҡыусыларға мөһим ваҡиғалар хаҡында мәғлүмәттәр еткерә.
Баҫманың баш мөхәррире фекеренсә, гәзиттең төп темаһы — йәштәргә рухи-әхлаҡи һәм патриотик тәрбиә биреү, интеллектуаль яҡтан үҫтереү. Аралашыуға ҙур баҫым яһалған. Гәзит биттәрендә уҡыусылар менән яҙышыуҙар, быуын хаҡында мифтар һәм ысынбарлыҡтар тураһында фекер алышыуҙар бара, йәш ғаиләләр өсөн хоҡуҡи һәм социаль гарантиялар, эшсе һәм инженер һөнәрҙәрен популярлаштырыу тураһында мәҡәләләр донъя күрә.
Журналистар йәш ғаиләләр, уңышлы эшҡыуарҙар, яҡшы уҡыған студенттар менән таныштыра. Юғары уҡыу йорттары, бизнес-мәктәптәр, уҡыу һәм тренинг үҙәктәре ойошторған курстарҙы, тренингтарҙы, семинарҙарҙы, лекцияларҙы һәм башҡа сараларҙы күҙәтеп барыу өсөн эҙләү системаһы бар.