Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Февраль 2018, 11:24

Ғинуарҙа сабыйҙар аҙ тыуған

ЗАГС бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, районда яңы йылдың уҙған айында 32 бала тыуған, был – үткән йыл менән сағыштырғанда дүрт сабыйға аҙыраҡ.
Ошо бик үк күңелле булмаған статистика фонында шуныһы ҡыуандыра: быйыл вафат булыусылар һаны байтаҡҡа аҙыраҡ – 2017 йылдың ғинуарында 73 кеше яҡты донъянан китһә, 2018 йылда – 56. Никахҡа инергә теләүселәр һаны ла бер аҙ кәмегән – былтыр улар 11 пар булһа, быйыл – 10. Ә айырылышырға ҡарар итеүселәр һаны үткән айҙа 15 булған (бер парға кәмерәк). ЗАГС бүлегенә атайлыҡты билдәләү мәсьәләһе менән - алты пар, исемде үҙгәртеүҙе һорап бер кеше мөрәжәғәт иткән. Был күрһәткестәр уҙған йыл кимәлендә.
Читайте нас: