Башҡортостан Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт башлап ебәргән «Ата-әсәләрҙең БДИ тапшырыу көнө» бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Сығарылыш уҡыусыларының ата-әсәләре балалары урынына металл эҙләү ҡорамалынан алып дәүләт имтиханына һөҙөмтә алғанға тиклем бөтә БДИ процедураһын үтә ала. Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә лә имтихан тапшырыу мөмкинлеге бирелә.
БДИ-ла ҡатнашыусыларға паспорт, ҡара төҫтә генә яҙған ручка; журналистарға – редакция таныҡлығы алырға кәрәк.
Сарала БДИ-ла нисек теркәү уҙғанын һәм аудиторияла ултыртыу ойошторолғанын; БДИ-ла ҡатнашыусыларҙың эш урындарын; имтихан уҙғарыу пунктында контроль-иҫәпләү материалдары баҫылып сыҡҡанын һәм сканер аша үткәрелгәнен, 2018 йылда рус теле буйынса контроль-иҫәпләү материалы нимәнән торғанын күрергә мөмкин.
20 февралдә Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Сергей Кравцов, Ҡырым Республикаһы Башлығы Сергей Аксенов Симферополдәге мәктәптәрҙең береһендә ата-әсәләр менән бергә акцияға старт бирәләр.
Башҡортостанда акцияны уҙғарыу урындары хаҡында өҫтәмә хәбәр ителәсәк.