Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы 5 февралдә Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙы уҙғарыу менән бәйле һорауҙар буйынса «ҡыҙыу линия» асты. Ул 2018 йылдың 18 мартында дәүләт башлығын һайлау осоронда һайлаусыларға мәғлүмәт биреү һәм граждандарҙың һайлау хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуҙы ойоштороу һәм яҡлау маҡсатында булдырылған.
Һорауҙарҙы 2018 йылдың 5 февраленән 18 мартҡаса 8-800-347-54-54 телефоны буйынса бирергә мөмкин. «Ҡыҙыу элемтә»нең эш ваҡыты: 16 мартҡаса – иртәнге 9-ҙан көндөҙгө 1-гә, 2-нән киске 6-ға тиклем; 17 мартта – иртәнге 10-дан көндөҙгө 2-гә саҡлы; 18 мартта – иртәнге 8-ҙән киске 8-гә ҡәҙәр. «Ҡыҙыу линия» телефондарында тауыш биреү хоҡуғына эйә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары һәм Аппарат хеҙмәткәрҙәре дежур итә.