Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Февраль 2018, 14:25

Башҡортостандың 100 йыллығына «Урал батыр» эпосы балалар өсөн рус телендә сығасаҡ

Республикала башҡорттарҙың төп һәм иң мөһим эпик әҫәре – «Урал батыр» эпосы балалар өсөн рус теленә тәржемә ителәсәк. Тәржемәнең төп маҡсаты – рус телле уҡыусыға эпосты юғары шиғриәт булараҡ тәҡдим итеү. Баҫма Башҡортостан Милли китапханаһының республиканың 100 йыллығына әҙерләгән яңы проект альбомдарының береһе буласаҡ.
Башҡортостанда сәнғәт тураһында бөтәһе дүрт сағыу альбом нәшер ителәсәк. Проект 9 миллион һум күләмендә Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булды.
«Башҡортостанда театр: тарих һәм хәҙерге заман» альбомы Башҡортостанда театрҙың күренеш булараҡ барлыҡҡа килеүе, хәҙерге көндәргә саҡлы уның үҫеше хаҡында һөйләйәсәк. Ул Башҡортостан Республикаһының бөтә театрҙары, иң мөһим спектаклдәр, актерҙар һәм режиссерҙар тураһында очерктарҙы үҙ эсенә ала, залдарҙың физик характеристикаһы, инженер конструкциялары хаҡында мәғлүмәт бирә.
«Башҡорт халыҡ бейеүе: тарих һәм хореография» альбомы. Унда башҡорт халыҡ бейеүҙәре хореографияһы һүрәтләнәсәк, сағыу халыҡ һәм профессиональ бейеү коллективтары тәҡдим ителәсәк.
«Этник стиль: башҡорт образы» альбомы. Унда заманса һәм киләсәк кейем хаҡында һүҙ бара. Заманса кейем-һалым дизайнерҙары эшенә тарихи костюм (төҙөлөшө һәм биҙәлеше) нисек тәьҫир итә, улар йолаларға таянып, ниндәй яңы һәм уңышлы нәмә тәҡдим итә ала – бында ошо һәм уға бәйле һорауҙарға яуап биреләсәк.
«Йәмәғәт Башҡортостан мәҙәниәте менән етерлек кимәлдә таныш түгел. Проектты тормошҡа ашырыу төрлө мәҙәниәттәргә һәм хатта цивилизацияларға ҡараған кешеләр араһында бер-береһен яҡшыраҡ аңларға, йәғни хәҙерге замандың иң мөһим мәсьәләләренең береһен хәл итергә булышлыҡ итәсәк», — тип хәбәр иттеләр Милли китапхананан.
Һәр альбомдың яҡынса тиражы: 1000 дана (дөйөм тиражы 4000 дана). Альбомды әҙерләү өсөн тарихи, архив материалдар (очерк һәм фото) йыйыласаҡ, алдынғы белгестәр, тәржемәселәр йәлеп ителәсәк.
Читайте нас: