Үҙәк һайлау комиссияһы алда торған һайлауҙа теркәлеү өсөн дәүләт башлығы посына дәғүә итеүселәрҙән документтар ҡабул итеүҙе тамамланы. Рәсәй Президентын һайлауҙа тауыш биреү бюллетенендә һигеҙ кандидат күрһәтеләсәк.
Тауыш биреүселәрҙән йыйылған ҡултамғаларҙы Владимир Путин (үҙен-үҙе күрһәткән), сәйәси партияларҙан кандидаттар Григорий Явлинский (“Яблоко”), Борис Титов (“Үҫеш партияһы”), Сергей Бабурин (“Рәсәй дөйөм халыҡ союзы”), Ксения Собчак (“Гражданлыҡ инициативаһы”) һәм Максим Сурайкин (“Рәсәй коммунистары Коммунистар партияһы”) тапшырҙы.
Парламент партияларынан ике кандидат – Владимир Жириновский (ЛДПР) һәм Павел Грудинин (Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы) закон буйынса ҡултамғалар йыйыуҙан азат ителде. Улар ҙа Рәсәй Федерацияһы Президентына кандидаттар булып теркәлде.
- Башҡа кандидаттар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «дистанциянан төшөп ҡалды». Һайлау кампанияһында ҡатнашыусы кандидаттар һаны 10 февралдә, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ҡултамғаларҙы тикшереүҙе тамамлағас, билдәле буласаҡ, - тип хәбәр итте Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова.