– Республика йәш белгестәргә ярҙам күрһәтә, – тине республика етәксеһе. – Аграр сәнәғәт комплексының кадрҙар ҡеүәтен көсәйтеү тураһында указға үҙгәрештәр индерелде. Быйылдан башлап ауыл хужалығына эшкә барған юғары белемле белгестәргә – 500 мең, урта һөнәри белемгә эйә булғандарға 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү билдәләнде.
Ауыл хеҙмәте йәштәрҙы нығыраҡ йәлеп итә, тип билдәләне республика башлығы. Ләкин ауылда эш хаҡы, былтыр һигеҙ процентҡа артып, уртаса 18 мең һумға етһә лә, бик түбән. Ауыл хужалығына һөҙөмтәлелек кәрәк. Тармаҡҡа перспективалы кадрҙар йәлеп итеү өсөн шарттар булдырыу зарур, тине Рөстәм Хәмитов.