Баланы беренсе класҡа ҡабул итеү өсөн ата-әсәләргә (законлы вәкилдәргә) ғариза, буласаҡ уҡыусының тыуыу тураһында таныҡлығының төп нөхсәһен йәки ғариза тапшырыусының туғанлығын раҫлаусы документ, медицина картаһын тапшырырға кәрәк. Ата-әсәләр ғаризаны дөйөм белем биреү ойошмаһында ғына түгел, «Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектациялау» сайтында электрон сират аша бирә ала.