Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2018, 18:18

Бөгөн БДИ-ла ҡатнашыуға ғаризалар йыйыу тамамлана

1 февралдә 2018 йылғы Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыуға ғаризалар йыйыу тамамлана. Ағымдағы йылда мәктәпте тамамлаусылар БДИ-ны тапшырыуға ғаризаны уҡыу урыны буйынса тапшыра, мәктәпте алдан тамамлағандар ғаризаны төбәк мәғариф идаралығы органдары билдәләгән БДИ тапшырыуға теркәү урындарында тапшырырға тейеш.
1 февралдән һуң БДИ-ла ҡатнашыуға ғаризалар дәғүәсенең кисерерлек сәбәптәре (документ менән раҫланған ауырыу йәки башҡа осраҡ) булғанда Рәсәй Федерацияһы субъектының дәүләт имтихандар комиссияһы ҡарары буйынса һәм имтихандар башланыуға ике аҙнаға хәтлем ҡабул ителә, тип билдәләнеләр Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығында.
Быйылғы уҡыу йылында Башҡортостанда БДИ-ны 18 меңдән ашыу 11 класс уҡыусыһы тапшыра.
Читайте нас: