Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2018, 12:35

Быйыл Башҡортостандың йөҙ йыллығына 21 объект төҙөү күҙаллана

Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда республиканың 100 йыллығына 21 объект төҙөүҙе һәм реконструкциялауҙы тамамлау күҙаллана.

2018 йылдың аҙағына тиклем Башҡортостанда республиканың 100 йыллығына 21 объектты төҙөүҙе һәм реконструкциялауҙы тамамлау күҙаллана. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтендәге кәңәшмәлә хөкүмәт вице-премьеры — Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев хәбәр итте.
Йыл дауамында Стәрлетамаҡта — 1225 һәм Баҡалы ауылында 825 уҡыусыға белем усаҡтарын төҙөүҙе тамамлау ҡаралған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала «Башҡортостандың йөҙ йыллығына — 100 яңы объект» күләмле төбәк проекты тормошҡа ашырыла. 2019 йылға, Башҡортостан Республикаһының юбилейына, төбәктә 106 объект: 18 балалар баҡсаһы, 17 мәктәп, тәрбиәүи, мәғариф, социаль-мәҙәни учреждениеларҙы берләштергән 13 комплекслы объект, 7 физкультура-һауыҡтырыу комплексы, 5 мәҙәниәт йорто, 4 бассейн, 4 боҙ һырғалағы һәм башҡалар төҙөлөргә, ремонтланырға тейеш.
Читайте нас: