Башҡортостан Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылдың ноябрендә республикала уртаса эш хаҡы – 30 620 һум, декабрь өсөн уртаса пособие күләме 4 162 һум тәшкил иткән.
Бөгөн төбәктә эшкә һәләтле халыҡ һаны 2,021 миллионға етә. Эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы - 9 187 һум.
2017 йылдың 4 кварталында һайланма эш көсөн өйрәнеү мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда дөйөм эшһеҙҙәр һаны 112 меңгә яҡын тәшкил иткән.
Төбәктә дөйөм эшһеҙлек кимәле 5,5 процентҡа тиң. Волга буйы федераль округы буйынса был күрһәткес – уртаса 4,4 процент, дөйөм Рәсәй буйынса – 5 процент, тип билдәләй «Росстат».