Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2018, 13:45

Былтыр 49 меңдән ашыу сабый донъяға килгән

2017 йылда республиканың бала табыу йорттарында 49 260 бала донъяға килгән. Башҡортостанда тыуым статистикаһы 2016 йыл (55 628 сабый) менән сағыштырғанда бер аҙ кәмегән. Ләкин 2018 йылда тыуым артыр, тип өмөтләнә табиптар. Шул иҫәптән илдең демографик сәйәсәтендәге яңылыҡтар ҙа быға булышлыҡ итергә тейеш. «Башинформ» агентлығы мәғлүмәтенә ярашлы, яңы йыл төнөндә Башҡортостанда 17 сабый: 11 ҡыҙ һәм алты малай донъяға килгән. Уның ҡарауы, ғинуар айында республикала ике һәм өс игеҙәк сабыйҙар бар. Былтыр Башҡортостанда 389 ике һәм өс игеҙәк тыуған.
2017 йылда малайҙар араһында — Артем, Тимур, Кирилл, Әмир, Данил, ҡыҙҙар араһында Арина, София, Самира, Виктория, Анастасия исемдәре популяр булған.
Республикала йәшәүселәр Добромир, Дениз, Ғаяр, Доменик, Кемаль, шулай уҡ Анэлл, Божена, Данэлия, Захра, Лея кеүек һирәк осраған исемдәр ҙә ҡушҡан.
Читайте нас: