24 ғинуарҙа Башҡортостан баш ҡалаһына эш сәфәре менән Рәсәй Президенты В. В. Путин килде.
Президенттың Волга буйы федераль округындағы вәкәләтле вәкиле Михаил Бабич һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов оҙатыуында Владимир Путин илебеҙҙә авиация техникаһына двигателдәр етештереүҙең иң ҙур ойошмаһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә булды. Президент предприятие продукцияһы менән танышты, берекмә хеҙмәткәрҙәре менән осрашты. Завод эшселәре Президент менән әңгәмәлә оборона-сәнәғәт комплексы үҫеше, эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү, социаль ярҙам кеүек мәсьәләләргә ҡағылды.
Владимир Путин ошонда уҡ оборона-сәнәғәт комплексы ойошмаларының гражданлыҡ тәғәйенләнешендәге продукция етештереү диверсификацияһы мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың эшлекле осрашыуында төбәк социаль-иҡтисади үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләре ҡаралды. Рөстәм Хәмитов дәүләт башлығына республикала Президенттың май указдарын үтәү барышы, Ғаилә йылы сиктәрендә балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү саралары тураһында һөйләне.
Дәүләт башлығы шулай уҡ Рәсәйҙең боронғо мәсеттәренең береһе – беренсе Өфө Собор мәсетендә булды, Баш мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән осрашыу үткәрҙе.
Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәрҙәре буйынса.