Бөгөн, 25 ғинуарҙа, студенттарҙың яратҡан байрамдарының береһе – Татьяна көнө. Башҡортостанда уны 200 меңдән ашыу студент билдәләй.
Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 10 юғары уҡыу йорто: һигеҙ дәүләт һәм ике дәүләткә ҡарамаған, шулай уҡ 26 вуз филиалы юғары белемле белгестәр әҙерләй.
Белешмә өсөн. Татьяна көнөн илдең төп юғары уҡыу йорто М.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетына нигеҙ һалыу хөрмәтенә байрам итәләр. Уны ойоштороу тураһындағы ҡарарға батшабикә Елизавета 25 ғинуарҙа – Изге Татьяна иҫтәлеге көнөндө ҡул ҡуя. Студенттар өсөн – был күңел асыу, ҡышҡы сессияны ябыу һәм көтөп алған каникулдар башланыуын билдәләү сәбәбе, шулай уҡ юғары уҡыу йорто етәкселеге менән ирекле аралашыу мөмкинлеге лә.