Был хаҡта Республика Башлығы Хөкүмәт ултырышында белдерҙе, унда 2030 йылға тиклемге осорға Башҡортостанды социаль-иҡтисади үҫтереү стратегияһы раҫланды.
- Был ҡарар тулыһынса Рәсәй Президенты иғлан иткән Бала саҡ ун йыллығы маҡсаттарына һәм балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы сараларын көсәйтеүгә бәйле күптән түгел ҡабул ителгән ҡарарҙарға тап килә, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Шуныһы мөһим, Ғаилә йылы саралары ғаилә институтына ярҙам итеү һәм уны үҫтереү, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу буйынса дәүләттең, йәмғиәттең һәм бизнестың тырышлығын берләштерһен ине.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йыл Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тип иғлан ителде. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, был ике йүнәлеш – волонтерлыҡ һәм ғаилә сәйәсәте – бер-береһен яҡшы тулыландырасаҡ.